Өфөлә Рим Вәли улы Мәғжәновтың 80 йәшенә арналған Беренсе Евразия неврологтар конгресы үтте

Өфөлә профессор Рим Вәли улы Мәғжәновтың 80 йәшенә арналған Беренсе Евразия неврологтар конгресы үтте. Сараға Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, күрше илдәрҙән тармаҡ белгестәре, табиптар килде. Конгресс тәжрибә уртаҡлашыу, дауалауҙа алдынғы алымдар менән бүлешеү майҙаны булып тора.

80 йәшен тултырыуға ҡарамай, Рим Вәли улы төп эшен ташламай, фәнни эҙләнеүҙәр менән бер рәттән пациенттарҙы ла ҡабул итә. Профессор 50 йылдан ашыу ғүмерен

нейрогенетика, нәҫелдән килгән дегенератив неврология патологияһы проблемаларын асыҡлауға, Башҡортостанда нервы ауырыуҙарының таралыуын өйрәнеүгә арналған. Ул 700-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Сирҙе асыҡлау өсөн тәү сиратта пациентҡа иғтибарлы булырға кәрәк тигән фекерҙә профессор.

Неврология һәм медицина генетикаһын тәрән өйрәнеүсе белгестең асыштары Рәсәй кимәлендә генә түгел, сит илдә лә юғары баһалана. Профессорҙың юбилейы айҡанлы ойошторолған Беренсе Евразия неврологтар конгресына әйҙәүсе тармаҡ белгестәре, уның бер нисә быуын уҡыусылары йыйылды.

Башҡорт дәүләт медицина университеты кадрҙар әҙерләү үҙәге, неврология кафедраһында 25 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгестәр сыҡҡан, Рим Мәғжәновтың уҡыусылары араһында 4 фән докторы, 30-ҙан ашыу кандидатлыҡ дессертацияһын яҡлаусылар бар.

Тәүге неврологтар конгресының киләсәге дауамлы булыр тигән фекерҙә тармаҡ алдынғылары. Профессор Рим Мәғжәновҡа коллегалары һаулыҡ һәм фәнни эшмәкәрлек алып барырға көс һәм дәрт теләне.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ