Киләһе айҙан йәшәү урыны мәктәпкә беркетелгән биләмәләрҙәге ғаиләләр генә ғариза тапшыра. Башҡаларҙың теләге 6 июлдән һуң буш урындарҙы иҫәпкә алып ҡарала. Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина аңлата.
1 класҡа ҡабул итеү буйынса ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы йә Башҡортостан мәктәптәре электрон системаһы аша, шулай уҡ мәктәпкә барып бирергә була.




