Белоретта йәшәүсе эшҡыуар боландар үрсетә

Ял комплексына килеүселәр хайуандар менән таныша, ҡышҡыһын уларҙы егеп йөрөй ала. Хужалыҡта әле 3 себер ҡунағы аҫрала, шулай ҙа йүнсел киләсәктә шөғөлөн үҫтереү маҡсаты менән яна. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Боландар йорт малы һымаҡ тыныс түгел. Кешегә тиҙ өйрәнһәләр ҙә, тулыһынса буйһонорға теләмәйҙәр. Үҙҙәрен тотоп, бәйләү өсөн көс талап ителә. Хәйер, һәр береһенең үҙ холҡо. Ҡырағай хайуандарҙы үрсетеү менән Белоретта йәшәгән Тимур Эниев 5 йыл элек шөғөлләнә башлай. Бындағы тәбиғәт шарттары боландарға тура килә тиерлек.

Болан үрсетеү ниәте хужаға уйламағанда килә. Быға тиклем Тимур Эниев башҡа төр малсылыҡ менән дә шөғөлләнә, тик был эш күңелгә ята. Егелгән санала йөрөргә теләүселәр ҡыш дауамында ял комплексынан өҙөлмәй. Себер ҡунаҡтары менән ваҡыт үткәреү үҙенсәлекле терапия төрө лә булып тора.

Ашатыуға килгәндә, боландар һайланмай. Икмәк, мал аҙығы, бесән тайга йәнлектәре аппетитына тура килә. Әйткәндәй, ҡырағай хайуандарҙың төп үҙенсәлеге - тарбаҡлы мөгөҙҙәре әле үҫеп кенә килә. Улар йыл һайын алмашына. Авгусҡа бер метрға тиклем етергә тейеш.

Йүнселдең төбәктә төньяҡ халыҡтар мәҙәниәте мөйөшөн булдырыу теләге лә бар. Ул унда чумдар, төньяҡ халыҡтары көнкүреше кәрәк-яраҡтарын урынлаштырырға теләй. Киләсәктә боландарҙы арттырып, бизнесты киңәйтергә иҫәп тота. Сығымдарҙы дәүләт программаларында ҡатнашып йәлеп итергә ниатлай. Әлегә йүнсел бизнес өсөн ерҙе ҡуртымға ала, тәүмаҡсаты - биләмә һатып алыу.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ