Сәләмәтлек һәм күтәренке кәйеф фестивале 55 йәштән ололар өсөн ойошторолған. Улар 10 көн дауамында дауалау процедуралары алып ҡына ҡалмай, ә төрлө лекция, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ.
Атап әйткәндә, табип, юристар менән осрашыуҙар үтәсәк, сарала ҡатнашыусылар һанлы технологиялар, Дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланырға өйрәнә. Тәү башлап өлкән быуын вәкилдәре декадаһы 9 йыл элек Сочиҙа уҙғайны. Башҡортостанда ул тәүге тапҡыр былтыр көҙ «Йоматау» шифаханаһында ойошторолғайны. Был проект «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы сиктәрендә үтә. Был юлы декадала ҡатнашырға республика район-ҡалаларынан 56 кеше йыйылған. Иң олоһона 87 йәш.






