Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы – 2023” республика конкурсының еңеүселәре асыҡланды. Иң яҡшы Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина танылды.
Конкурс һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфөнөң 39-сы гимназияһынан математика уҡытыусыһы Артем Баянов лайыҡ булды. Педагог «Йыл уҡытыусыһы-2023» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡларға тейеш.







