Мәсьәлә кесе йома Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин уҙғарған Төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында тикшерелде.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Волга буйы федераль округының иң эре концессион проекттарының береһе булған Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы төҙөлөшө ваҡытынан алда тамамланасаҡ объекттар исемлегенә индерелгән.
Башҡортостан Башлығы кәңәшмәлә видеобәйләнеш режимында ҡатнашты һәм федераль финанслау тиҙләтелгән осраҡта республикала объектты 2023 йылда тамамлау өсөн тейешле производсто ресурстары тупланыуын белдерҙе. Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков шулай уҡ ҡуйылған бурысҡа ирешеү өсөн Башҡортостандың төҙөлөш ҡеүәттәре етерлек булыуын, объекттарҙы ҡаҙнасылыҡ кредиттары аша финанслау эште тиҙләтәсәген билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хәснуллин күләмле объекттарҙы финанслау өсөн өҫтәмә механизмдар уйлау бурысын ҡуйҙы.






