Өфөлә ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү мәсәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Башҡорт дәүләт аграр университетында ғалимдар, Рәсәй метрология, сифат белгестәре, умартасылар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү мәсәләләрен барлаған сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Башҡорт дәүләт аграр университеты ярты быуат дауамында ҡортсолоҡ тармағына кадрҙар әҙерләү, сифатлы бал етештереү мәсьәләләре буйынса алдынғы урындарҙы биләй.»Ҡортсолоҡто үҫтереүҙе норматив көйләү» тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар бал сифатын тикшереүҙе көйләү, бал тигән исем менән тиҫтәнән ашыу сауҙа маркалары менән түбән сифатлы тауар һатыуына сик ҡуйыу юлдарын барланы.

Башҡортостан умартасылары былтыр 7 мең тоннанан ашыу сифатлы тауар балы алған. Башҡорт балын күптәп экспортҡа оҙатыусылар иһә сифатлы бал етештереү закондар менән яҡланырға тейеш тигән ҡарашта.

Фальсификация менән бал эшкәртеүселәр шөғөлләнә. Халыҡты алдаусыларға сик ҡуйырға кәрәк. Бындай эшмәкәрлекте тыйыр өсөн закон кәрәк.

Рөстәм Резбаев, Р.Т. Резбаев Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда бал етештереүҙә лаборатор базаны нығытыу мәсьәләһе лә актуаль. Метрология һәм сифат белгестәре хеҙмәткәрҙәре сифатлы, ғәҙел, хәүефһеҙ йәшәйеш һағында тора. Бал етештереүҙә лә стандарттар булдырыу фальсификаттарҙы,контрафакт тауарҙарҙы сауҙала тыйыу мөмкилеген бирәсәк,ти федераль эксперттар.

Бал Рәсәйҙә генә түгел, ә Бөтә донъяла бик популяр татлы ризыҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, уны күберәк ҡулланған һайын, фальсификация осраҡтары ла арта. Быға юл ҡуймау өсөн стандарттар булдырыла Улар ярҙамында һатыуға сығарылған продукцияның натураль балға мөнәсәбәтен, ҡушымталарын асыҡлаясаҡбыҙ.

Антон Шалаев, Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе

Башҡортостанды Рәсәйҙең татлы төбәге тип юҡҡа ғына атамайҙар. Киләсәктә ҡортсолоҡ тармағы, бал етештереү йылдам темтар менән үҫешһен өсөн был өлкәлә стандартлаштырыуҙы тиҙләтеү бик актуаль.

Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр, ғалимдар, идарасылар бер төптән бал сифаты өсөн көрәш ҡануни яҡтан яҡланған булырға тейеш тигән фекергә килде. Бөгөнгө кәңәшмә һөҙөмтәләренән сығып тотош ил күләмендә яифатлы бал етештереү, фальсификаттарҙы тыйыу мәсьәләһе лә хәл ителәсәк тип куҙҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ