6-7 апрелдә «Торатау» конгресс-холлында «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтә

Күләмле сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан алып ойошторола. Сираттағы форум Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала, педагог һөнәрен популярлаштырыу бурысы ҡуйылған.

Ҡатнашыусылар аттестация системаһындағы үҙгәрештәр, яңы мәғариф программалары, кадрҙар менән тәьминәт, белем усаҡтарындағы хәүефһеҙлек мәсьәләре тураһында фекер алышасаҡ. Һәләтле балалар һәм йәштәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү мөмкинлектәре барлана.

Дөйөм алғанда, 11 дискуссия майҙансығы эшләйәсәк. Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Белоруссиянан ҡунаҡтар саҡырылған.

Форумда меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә, республиканың педагогик берләшмәһенән тыш, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре лә киләсәк. Дискуссия майҙансыҡтарында көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышып, августа үтәсәк уҡытыусылар кәңәшмәһенә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү планлаштырылған.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ