Өфөлә санкцияланмаған реклама таҡталарын билдәләү буйынса рейд уҙҙы. Йәмғиәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә йәбештерелгән иғландар буйынса шылтыратып, протокол төҙөнө. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Санкцияланған иғландар таҡтаһы бер нисә аҙым алыҫлыҡта торһа ла, реклама таратыусылар подъезд стеналарына ҡағыҙ йәбештереүҙе хуп күрә. Ә был баш ҡала биләмәһе төҙөклөгөнә ҡағышлы документ тәртибенә тура килмәй. Быны халыҡтың күп өлөшө, бигерәк тә өҫтәмә эш эҙләп, реклама йәбештергән йәштәр белеп тә етмәйҙер. Бөхтәлек күҙлегенән дә күренеш халыҡҡа оҡшап етмәй.
Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәре Затон биҫтәһендә урамдарҙың береһен көнөнә бер нисә тапҡыр урай. Иғландар көндән-көн арта. Законһыҙ рекламалар йәбештереүселәрҙең тәртип боҙоу осраҡтары уның күҙ алдында теркәлгәне бар. Был осраҡта махсус саралар күрелә.
Ә бына был бургерҙар әҙерләү нөктәһе рекламаһы бында бер аҙнанан ашыу эленеп тора. Административ протокол төҙөлгән, тик ҡағыҙ алып ташланмаған. Сәбәпте асыҡлау өсөн күрһәтелгән номер буйынса шылтыратабыҙ.
Ойошма вәкиле тәртип боҙоуҙы йәбештереүселәрҙең выжданһыҙлығы менән аңлата. Ә был ҡағыҙҙы алып ташларға вәғәҙә иттеләр.
Рәзилә Ғиниәтуллина






