Рудольф Нуриевтың сит илдәге сығыштары тураһында етмешенсе йылдарҙағы афиша күсермәләре Өфөлә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейына Рудольф Нуриевтың сит илдәге сығыштары тураһында етмешенсе йылдарҙағы афиша күсермәләре тапшырылды. Тәүгеһе Бродвейҙағы шоу булһа, икенсеһе «Метрополитен-опера» сәхнәһендә Канада милли балеты гастролдәренә бәйле.

Ҡиммәтле экспонаттарҙы Мәскәүҙән билдәле режиссер, сценарийҙар авторы, креатив продюсер Әминә Жаман бүләк итте. Баш ҡала ҡунағы афишаларҙың төп нөсхәләрен 2010 йылда Нью-Йоркта һатып алған, әле улар уның өйөндә һаҡлана. Осрашыу сиктәрендә театрҙың «Рудольф Нуриев» музейы күренекле балетмейстер иҫтәлегенә төрлө илдәрҙә сығарылған почта маркалары менән дә байытылды.

Рудольф Нуриевтың тыуған яғында булыуыма сикһеҙ шатмын. Хыялым да бар - бөйөк шәхескә арнап спектакль ҡуйыу. Сәхнәләштереү мотлаҡ комедия жанрында буласаҡ. Был осраҡлы түгел, сөнки тормошта Рудольф Нуриев иҫ киткес юмор оҫтаһы ла булған, шул турала киң йәмәғәтселеккә еткерергә ине.

Әминә Жаман, режиссер, сценарист
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ