"Салауат Юлаев" тренерҙар штабы белгестәре менән контракттарҙы оҙайтты

Баш тренер Виктор Козлов, тренерҙар Николай Цулыгин, Константин Кольцов, Олег Филимонов һәм Адриан Вальво менән эш дауам итә. Клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдереүенсә, уҙған миҙгелдә штаб алдында яңы команда төҙөү бурысы ҡуйылды. Ул үтәлде. Белгестәр коллектив менән эшләй белә. -Уҙған миҙгелдә һөҙөмтәләр  ҡәнәғәтләнерлек түгел,  әммә  киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ, - тине ул. "Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәштең тәүге  этабында  уҡ төшөп ҡалды, юлаевсылар өсөн миҙгел тамамланды.

Фото №1 - "Салауат Юлаев" тренерҙар штабы белгестәре менән контракттарҙы  оҙайтты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ