Быйыл республикала проектты тормошҡа ашырыу өсөн 98 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси хужалыҡтар башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты нигеҙендә һуңғы өс йылда ғына 300-ҙән ашыу яңы фермер хужалығы булдырылған. Ведомствола билдәләүҙәренсә, быйыл конкурс ҡатнашыусылары күп булыр тип күҙаллана. Грант 5 йылға иҫәпләнгән проект-пландарға биреләсәк. Документтар 3 апрелдән 17-нә тиклем ҡабул ителә.






