Бөрө алмалары, сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр.. Туризмда тиҫтәнән ашыу йүнәлеш. Бөрөлә ҡала һәм райондың туристик мөмкинлектәрен үҫтереү хаҡында стратегик сессия үтте. Туроператорҙар, туризмды үҫтереүсе эшҡыуарҙар, федераль спикер ҡатнашлығында үткән сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Сауҙагәрҙәре һәм тәмле алмалары менән дан тотҡан төбәкте туристар күптән үҙ иткән. Улар өсөн төрлө сувенирҙар етештерелә. «Умник» мәҙәни-ағартыу йортоноң фойеһында Бөрө ҡалаһы һәм районының һөнәрселәре эштәре менән яҡындан танышырға, һатып алырға ла мөмкин ине. Рухи ҡомартҡыларға, боронғо кәсептәргә нигеҙләнеп етештерепгән тауарҙар туристарҙы йәлеп итеүҙең бер ысулы булып тора.
Ә был туташтар Пушкин дәүере кейемдәрендә. Бал күлдәктәрен әсәһенең кәсебен дауам итеүсе Зөһрә Мөнирова тегә. Бөрөгә алма, уҡсылар байрамына килгән туристар хатта был кейемдәрҙе кейеп фотосессияла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Тегенсе ханым сәйәхәтселәрҙең ялы иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн ҡупшы күлдәктәрҙе тегәргә өс йыл элек тотондом, ти.
Бөрөлә туризм өлкәһендә Татарстандан Түбәнге Кама ҡалаһы вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты.
Турстарҙы йәлеп итеүҙә карталар, һүҙлектәр сығарыу ҙа мөһим урын алып тора. Бөрө ҡалаһына килеүселәр Башҡорт әкиәттәре, тарихы, милли аштары тупланған баҫмалар менән таныша алды.
Бөрөлә генә тиҫтәләгән йүнәлештә туризмды үҫтереү мөмкинлеге бар.Стратегик сессияла ваҡиғалар туризмы, музейҙар,һөнәрселәр менән танышыу, ҡунаҡсыллыҡ өсөн ыңғай шарттар тыуҙырылған, тигән фекер яңғыраны.
«Бөрөнөң туристик мөмкинлектәре» стратегик сессияһында туристарҙы йәлеп итеү буйынса ун йүнәлеш мөмкинлеге күрһәтелде.Сағыу байрамға әүерелгән ваҡиғаларҙы башҡа туристик ресурстарға берләштереү, мөһим календарь план сараларына индереү һәм артабан үҫеш юлдары барланды.
Гүзәл Борханова



