«Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән берлектә байрам ойошторҙо. Унда һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән сығарылыш класс уҡыусылары саҡырылды. Был категорияға ҡараған балалар өсөн тере аралашыу, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү етмәй. Сөнки уларҙың күбеһе дистанцион форматта өйҙән белем алырға мәжбүр. Шуға ла өлкәндәр психик йәки физик үҫешендә етешһеҙлектәре булған уҡыусыларҙы даими осраштырырға тырыша.
Был юлы йәштәргә театр фойеһында сағыу тамаша ойошторолдо. Һуңынан «Внутри меня цунами» спектакле сәхнәләштерелде. Уның сюжеты балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә уйландырҙы.



