Аҡъяр үҙәк китапханаһында шағирә Фәриғә Күсәкованың сираттағы китабының исем туйы үтте

Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан Аҡъяр үҙәк китапханаһында Хәйбулла районында йәшәп ижад иткән шағирә Фәриғә Күсәкованың сираттағы китабының исем туйы үтте. Төбәктә нәфис әҙәбиәткә ғашиҡ, ошо өлкәлә ижад итеүселәр бик күп.

Фәриғә Күсәкова күптәргә республиканың ваҡытлы матбуғат биттәрендә даими баҫылып килгән шиғри әҫәрҙәре аша таныш. Бөгөн ул 4 йыйынтыҡ авторы. Күптән түгел донъя күргән «Йәшел яулыҡ» исемлеһе китабы Фәриғә Күсәкованың ата-әсәһенә, туғандарына, тыуған яғына бағышланған хәтирәләр, шиғырҙар, хикәйәләр тупланған.

Баҫманың исем туйында шағирәнең лирик шиғырҙарына яҙцйцйылған көйҙәр, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарыуындағы йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ был көндө Фәриғә Күсәкованың ижадын яратыусылар ҙа уның әҫәрҙәренән өҙөк һөйләне.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ