Ялдан яуға. Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары, ике аҙналыҡ отпускынан һуң, йәнә махсус операция биләмәһенә юлланды. Һалдаттар менән һаубуллашырға туғандары, дуҫтары, коллегалары ла килгәйне.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда яугирҙар туғандары менән осрашҡан, балалары эргәһендә булған. Кемдер Кесе Ватанында мәктәптәрҙә «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре»ндә ҡатнашҡан. Осрашыуҙа ирекле батальон ағзалары гуманитар ярҙам менән тулыһынса тәьмин ителеүен белдереп, хәйриәлек күрһәткән Башҡортостан халҡына рәхмәт тә белдерҙе. Был сәфәрҙән дә яугирҙар фронт биләмәһенә буш бармай: Дыуан районы ирекмәндәре һалдаттар өсөн «УАЗ» автомобиле тапшырған.






