Рәсәй Оборона министрлығы ойошторған видеоконференцияла хәрбиҙәр балалары, яҡындары менән аралашып, хәлдәрен белеште. Йәмғеһе сараға 25 ғаилә килгәйне. Ҡәҙерле кешеләрен күреү менән, һалдаттарҙың яҡындары күҙ йәштәрен тыя алманы.
Мобилизацияланғандарҙың әсәләре, ҡатындары, аталары һәм балалары егеттәргә үҙҙәрен һаҡлап, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Ҡайһы бер яугирҙар менән күптән бәйләнеш булмағанлыҡтан, туғандары сараны шатланып көтөп алған. Бындай телекүпер һуңғы ярты йылда икенсе тапҡыр ойошторола, артабан видеобәйләнештәрҙе даими рәүештә үткәреү ҡарала.






