Ике йылда 29 миллион долларлыҡ 33 контракт. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика предприятиеларының Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан һәм Төркиәгә бизнес-миссиялары һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Бизнес миссияларҙы Республика экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы ойоштора. Улар республика рәсми делегациялары сәфәренең бер өлөшө битуби форматында осрашыуҙар ваҡытында беҙҙең эшҡыуарҙар халыҡ-ара партнерҙар менән бәйләнештәр булдыра. Ошо йүнәлештә уңышлы эшләгән предприятеларҙы миҫал итеп килтереп, төбәк етәксеһе бындай бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле ысул булыуын билдәләгән.
«Предприятиелар эшлекле бәйләнештәрен арттыра, уларҙы сит илдәрҙә таный башлайҙор, яңы произвостволар һәм һөҙөмтәлә республикала йәшәүселәргә яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Ошондай сәфәрҙәр һөҙөмтәһендә беҙҙең тышҡы тауар әйләнеше лә үҫә. Төркиә менән был күрһәткес - 37,6, Ҡаҙағстан менән - 10-дан ашыу. Беларусь менән - 12,3, Үзбәкстан менән 32,6 процентҡа артты» тигән Радий Хәбиров.



