Төрлө төбәктәрҙең аш-һыу тармағын күрһәтеү маҡсатында уҙғарылған гастрофестиваль рестораторҙар тарафынан ойошторолдо. 100-ләп ҡатнашыусыны берләштергән фестивалдә ризыҡтарҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшләне, дегустация ойошторолдо. Сараның эшлекле өлөшөндә республикала ваҡиғалы туризмды үҫтереү һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостанда пиццериялар асҡан Италия вәкиле Элио Капиелло үҙенсәлекле ризыҡтарҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштороп ҡунаҡтарҙы һыйлай. «Брудерфест» гастрономия фестивалендә төрлө ул пицца бешереү серҙәре менән уртаҡлашып Башҡортостанда аш-һыу һәм сервис мәктәбе асыласаҡ тип белдерҙе. Ҙур һорау менән файҙаланған пиццаны бешерергә теләге булған һәр кем өйрәнә аласаҡ.
«Брудерфест» фестивалендә күптәр яратып ашаған, сит ил ризыҡтары тәҡдим ителде. Ит, йәшелсә, дөгө, ҡамыр, төрлө соустар ҡушылған ашамлыҡтар саф һауала бешерелеп ял итеүселәргә таратылды.
Аш-һыу фестивалендә ризыҡтарҙы тәмләп ҡарауҙан тыш тематик майҙансыҡтар асыҡ булды. Йәштәр өсөн концерт, эшҡыуарҙар күргәҙмәһе һәм балалар өсөн уйындар ойошторолдо.
Башҡортостанда ваҡиғалы туризмды үҫтереү һорауҙары фестивалдең эшлекле өлөшөндә билдәләнде. Эске туризм үҫешкән осорҙа ял итеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеү мөһим һәм был күҙлектән аш-һыу тармағының бай, күп яҡлы булыуы заман талабы булып тора. Рестораторҙар, сәйәхәтселәр тәжрибә уртаҡлашып республикала ял итеүселәргә йәйге ялды иҫтәлекле итеп үткәреү маҡсаттарын билдәләне.
Флорида Ким






