Өфөлә йәшәүсе техника ремонтлаусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә

Егеттәр 3д принтерҙа фронт өсөн кәрәк-яраҡтар сығара. Был деталдәрҙең береһе дрондарға граната беркетеп, сәпкә тейергә ярҙам итә, ә икенсе файҙалы элемент тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.

Был деталдәрҙе етештереү өсөн сәғәт ярым ваҡыт талап ителә. Ул дронға шартлатҡыс беркетеү өсөн ҡулланыла. Граната атыусы теләгән нөктәгә генә барып төшә һәм тәғәйен урында шартлай. Деталдәрҙе баш ҡалала йәшәүсе егеттәр етештерә. Быға тиклем уларҙың төп шөғөлө техника ремонтлау булһа, бөгөн егеттәр фронт өсөн эшләй.

Иң тәүҙә мин был эш тураһында интернет селтәрендә уҡып белдем. Схемаларын һорап алдым. Бөгөн беҙҙең миҫалда ошо кәрәк-яраҡтарҙы баҫтырып сығарыу менән икенсе ҡалаларҙа ла шөғөлләнәләр. Ҡулайламаларҙы махсус хәрби операция билмәһенә бер нисә тапҡыр оҙатып өлгөрҙөк.

Руслан Йыһангиров, эшҡыуар

Ә был ауыртыуҙы баҫыусы препарат менән ампулаларҙы һаҡлау һауыты. Фронтта һәр бер һалдаттың да аптечкаһы булмауы мөмкин. Был ҡулайлама эсендә һаҡланған энәләр һынмай. Эшҡыуарҙар үҙ-үҙеңә укол ҡаҙау өсөн ампульницалар ҙа яһай. Фронт шарттарында уңайлы әйберҙәр. Ирекмәндәр тик сифатлы пластик ҡына файҙаланырға тырыша. Бының өсөн егеттәргә матди ярҙам кәрәк.

Әле беҙҙе пластик менән ирекмәндәр тәьмин итә. Ҡайһы бер материалдарҙы үҙ аҡсабыҙға ла алабыҙ. Ошо бер пластик кәтүге яҡынса 2 мең һум тора һәм унан 100 хвостовик эшләп була. Арзаныраҡ материалдар принтерҙы боҙоуы ихтимал.

Киләсәктә ирекмәндәр етештереү күләмен арттырырға ниәтләй. Өҫтәмә 3 принтер һатып алыу өсөн 120 мең һумға яҡын аҡса кәрәк. Бынан тыш, эшҡыуарҙар квадрокоптер өсөн деталдәр һатып алмаҡсы. Ҡулдан йыйылған осоу ҡоролмаһы, баҙарҙан һатып алынғаны менән сағыштырғанда, күпкә арзаныраҡ буласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ