Социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районында йәшәүселәр оло һыуҙың йорттарға яҡынлашыуын хәбәр итә. Төбәктең Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларына яҡын урынлашҡан Ишбулды, Хәлил, Рысҡужа, Йәнекәй ауылдарына һыу үтеп ингән. Урында йәшәгән халыҡ техника ярҙамында йырын йырыу буйынса эш алып бара. Төнгө дежурлыҡ ойошторолған.






