Башҡортостанда бауырын күсереп ултыртҡандан һуң 30 йәшлек ҡатын бала тапҡан

Был республикала тәүге тәжрибә. 2020 йылда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары ҡатынға донор бауырын күсереп ултырта, ҡатмарлы операция уңышлы үткән. Бер йылдан пациент бала табырға теләк белдерә, транслантологтар ҡатындың теләгенә ҡаршы килмәй. Ниһайәт, быйыл февралдә донъяға сәләмәт ҡыҙ бала тыуа, әсә лә үҙен яҡшы тоя. Уникаль осраҡ геройҙары менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Трансплантацияға ике йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Алена Ҡаҙаҡбаева хирургия бүлеге табиптарының даими күҙәтеү аҫтында. Пациенттың хәле, ағза эшмәкәрлеге, анализдары контролдә тотола.

Операция алдынан булған ҡурҡыу-хәүефләнеүҙәр артта ҡалды. Бөгөн үҙемде яҡшы тоям. Трансплантациянан һуң бала табырға теләк белдергәс, табиптар теләгемде кире ҡаҡманы, уларға рәхмәтлемен. Ҡыҙыбыҙға Оливия тип исем ҡуштыҡ.

Алена Ҡаҙаҡбаева

2013 йылда ҡатынға аутоимун гепатит диагнозы ҡуйыла, был осраҡта организм үҙе бауыр күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Оҙайлы тикшеренеүҙәр, дауалау курсы, донор эҙләү, һәм ниһайәт, көтөп алынға мәл - операция. Трансплантация уңышлы үтә, бер йылдан белгестәр ҡатынға ауырға ҡалырға рөхсәт бирә.

Ағзаларын күсереп ултыртҡандан һуң да пациенттар табиптар менән бәйләнеште өҙмәй. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ауырға ҡалған осраҡта, улар даими күҙәтеүгә алына, сөнки организм икеләтә көсөргәнеш кисерә. Дауахана табиптарының бөйөр трансплантатлы пациенттар менән эш тәжрибәһе ҙур.

Пациент консультатив поликлинакала күҙәтелде, беҙ уның бауыр пробалары күрһәткестәрен тикшереп торҙоҡ. 33 аҙнала ҡатын бала табыу йортона һалынды, Мәскәү табиптары менән бәйләнеш өҙөлмәне. 38 аҙнала пациент Мәскәүҙә Кулаков исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм перинаталогия милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәгендә сәләмәт бала тапты.

Сергей Денисов, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы акушер-гинекологы

Ғәҙәти процедуралар үткәндән һуң сәләмәт әсә сабыйына ашыҡты. Тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта уны ай ярымлыҡ ҡыҙы, ғаиләһе көтә.

Бауырын күсереп ултыртҡандан һуң бала табыусы был республикалағы тәүге пациент. Быға тиклем 10 гүзәл зат бөйөр трансплантацияһынан һуң әсә булыу бәхетенә ирешкән. Ағзаларын күсереп ултыртҡандан һуң кешеләр спорт менән шөйөлләнә, сәйәхәт итә, тулы тормош алып бара. Бының өсөн пациенттарға табип кәңәштәрен инҡар итмәҫкә кәрәк.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ