Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башлана

Бынан тыш, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр исемлеге төҙөлә. Бының өсөн мобиль мәғлүмәт пунктары асыласаҡ. Уларҙың икәүһе бөгөн Өфөлә үҙ эшен башланы. Был турала БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

1 апрелдән 18 йәштән алып 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәр әрме сафына саҡырыла. Повестканы алған һәр кем хәрби комиссариатҡа килергә һәм медицина комиссияһын үтергә бурыслы, унда табиптар яраҡлылыҡ категорияһын билдәләй. Хеҙмәт итеү ваҡыты бер йыл. Яҙғы саҡырыу кампанияһынан тыш, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр ҙә теркәлә. Быға бәйле һорауҙар Ситуация үҙәгенә килә.

Контракт төҙөүгә запастағы граждандар, яңы хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы.Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса мобиль мәғлүмәт пункттарында алырға мөмкин. Уларҙың береһе баш ҡаланың «Ультра» сауҙа үҙәгендә асылды.

Бындай пункттар оҙайлы ваҡытҡа тәғәйенләнгән, сөнки Рәсәй Президенты ҡораллы көстәр сафын арттырыу бурысы ҡуйҙы. Халыҡҡа хәрби хеҙмәттең перспективалары тураһында һөйләү өсөн был ысул уңайлы.

Сергей Родинко, Башҡортостан хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе

Яҡын арала бындай мобиль пункттар Өфөнөң һәм республиканың барлыҡ райондарында эшләй башлаясаҡ. Республиканың Хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәренә ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.

Мин бында ирекмән булараҡ контракт төҙөү ысулдары менән таныштырам. Барлыҡ мәғлүмәт брошюраларҙа яҙылған, уларҙы ла таратабыҙ.

Регина Шәрипова, ирекмән

Мобиль пункттарҙың береһе баш ҡаланың Үҙәк баҙары эргәһендә эшләй. Мәғлүм булыуынса, әгәр контракт бер йылға һәм унан оҙағыраҡҡа төҙөлһә, 195 мең һум күләмендә пособие ҡаралған. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн: иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа; контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була. Белешмә өсөн телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.

Үҙәк баҙар эргәһендә кискеһен халыҡ күпләп йөрөй, был пункт киске сәғәт алтынан туғыҙға тиклем эшләйәсәк. Контракт буйынса урынлашыу өсөн кәрәкле документтарҙы һайлап алыу пунктына йәки хәрби комиссариатҡа тапшырырға, психолог менән әңгәмә һәм медицина тикшереүе үтергә кәрәк.

Фәдис Солтанов, Өфөнөң (1-се разрядлы) контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу пункты офицеры, өлкән лейтенант
Выборы 2026

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә льготалар бар. Атап әйткәндә, хәрби бәрелештәр ветераны статусы, кредит һәм һалым каникулдары, вузда белем алыусы балалары өсөн бюджет урындар, шулай уҡ йәйге лагерҙа бушлай ял итеү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ страховка буйынса түләүҙәр һәм реабилитация, адаптация буйынса социаль программалар ҡаралған. Бынан тыш, Рәсәйҙең һәр төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла төбәк льготалар ғәмәлдә ҡала.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ