Ике республика компаниялары араһында 100 миллион һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Уҙған аҙнала Башҡортостан эшҡыуарҙары Улан-Баторҙа булды. Осрашыуҙар барышында ауыл хужалығы, ауыр һәм еңел сәнәғәт, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Башҡортостан һәм Монголия араһында тышҡы тауар әйләнеше 50 процентҡа артҡан.




