Санитар таҙартыу 14 майға тиклем дауам итә. 22 апрель һәм 13 май - Башҡортостанда берҙәм ағас ултыртыу көндәре булараҡ билдәләнде. Ҡайһы бер хакимиәттәрҙә өмәләр ойошторола башлаған да инде. Өфөнөң Дим һәм Ленин райондарында, шулай уҡ Бүздәктә биләмәләр таҙартылған һәм тәртипкә килтерелгән.








