Һөнәри оҫталыҡты арттырыу маҡсатынан ойошторолған конкурстың бүләкләү тантанаһы август кәңәшмәһендә була. Шулай уҡ, «Ҡанатлан» мәғариф форумында мәктәп водителдәренә ярҙам күрһәтеү, эш хаҡын арттырыу мәсьәләләре ҡарала. Ошо турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
«Ҡанатлан» мәғариф форумы 6-7 апрелдә Өфөлә үтә. Ул педагогик һөнәрҙе популярлаштырыу йәһәтенән «Уҡытыусы һәм остаз” йылына арнала.







