Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. 2022 йылда 63 бина төҙөкләндерелгән, 59 мәктәптә ашханалар ремонтланған. Быйыл 77 уҡыу йортонда капиталь ремонт планлаштырылған, 74-ендә эштәр башланған. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 3 миллиард 600 миллион һум бүленгән. Башҡортостан ҡаҙнаһынан өҫтәп 640 миллион һум йүнәлтелә. - Ремонт барышында балалар башҡа мәктәптәрҙә, шулай уҡ балалар баҡсаларында, мәҙәниәт йорттарында белем ала. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә кәрәк, - ти Радий Хәбиров.







