Өфөлә күренекле опера йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүрә Сәлиғәскәроваға мемориаль таҡтаташ асылды. Хәтер таҡтаһы Ленин урамында, шәхес үҙе оҙаҡ йылдар йәшәгән йортҡа ҡуйылды.
Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙының тыуыуына 100 тулыу уңайынан ойошторолған сараға яҡындары, хеҙмәттәштәре, сәхнә оҫталары һәм уның ижадын хөрмәт иткән тамашасылар йыйылды. Күп йылдар театрҙа эшләгән Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова Петр Чайковский, Николай Римский-Корсаков операларында, милли композиторҙар спектаклдәрендә 60-тан ашыу образ тыуҙырған.



