Шишмә районында урынлашҡан был үҙәктең асылыуына бер йылға яҡын, әммә ошо арауыҡ эсендә бында илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән балалар ял итеп өлгөргән. Үҙәктә хәрби-патриотик тәрбиә, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн тулы шарттар тыуҙырылған.
Яҙғы каникул мәлендә ойошторолған сменаға Өфө уҡыусыларынан тыш, Луганск халыҡ республикаһы балалары ла саҡырылған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, улар өсөн бай йөкмәткеле программа ҡаралған. Уҡыусылар хәрби күнекмәләрҙән тыш, ике төбәктең тарихы, мәҙәниәте менән таныша, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Ял итеүселәр менән тәжрибәле педагогтар эшләй.



