Рамаҙан-изге ғәмәлдәр ҡылыу айы. Был айҙа мосолмандар башҡарған изгелектәр һәм ғәмәлдәр сауаплы.
Федоровка районы Оло Сытырман ауылы оҫтаһы Мортаза Солтанғолов ябай балта-бысҡы ярҙамында мөғжизәләр тыуҙыра. Сувенирҙарҙан тыш, солоҡ батмандары эшләй, ағастан тороп ҡалған түмәрҙәрҙе әрәм итмәй, ҡош оялары яһай.
Сыйырсыҡ балаларын йыртҡыс ҡоштар ауламаһын өсөн уйымдарҙы ауышыраҡ итеп яһайым, ти балта оҫтаһы. Махсус заказ буйынса умарталар ҙа яһай. Изге Рамаҙан айында Мортаза Солтанғолов сыйырсыҡ ояларын Өфө мосолмандары өсөн изге урын һаналған Туҡай мәсетенә бүләк итте.






