Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Благовещен районында булды

Ул Благовещен ҡалаһында урынлашҡан психоневрология интернатының яңы корпусы менән танышты. 60 кешегә иҫәпләнгән бина бер йыл эсендә төҙөлгән. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шулай уҡ 2008 йылда төҙөлә башлаған 9 ҡатлы проблемалы йорт төҙөлөшө менән дә танышты. Бөгөн ниһайәт, объект сафҡа ингән, фатир хужаларына асҡыстар тапшырылған.

Яҡты иркен бүлмәләр, заман шарттарына яраҡлаштырылған йыуыныу урыны. Благовещен психоневрология интернатының яңы корпусы тиҙҙән сафҡа инә, ул 60 кешегә иҫәпләнгән. Беренсе ҡат физик мөмкинлектәре сикләнгән интернат тәрбиәләнеүселәре өсөн ҡулайлаштырылған. Һәр бүлмәнән тышҡа сығырға була, был уңайлыҡ учреждение хеҙмәткәрҙәренең эшен күпкә еңеләйтә, тәрбиәләнеүселәргә лә теләгән ваҡытта үҙ аллы саф һауаға сығырға мөмкинлек бирә. Яңы санитар талаптарға ярашлы, һәр бүлмәлә өсөшәр кешенән артмай..

Бинаға нигеҙ 2022 йылда һалынған, ул «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән, сығымдар федераль ҡаҙнанан бүленгән. Интернат алдында шулай уҡ 3 мең квадрат метр майҙанда ял паркы булдырылған, йылытыу ҡаҙанлығы яңыртылған. Республика башлығы бында йәшәүселәр беҙҙең ярҙамға һәм йәшәү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттарға мохтаж тип билдәләне.

Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Комаров урамында төҙөлгән күп фатирлы йорт төҙөлөшө менән танышты. 9 ҡатлы йорт 2008 йылда төҙөлә башлаған, әммә финанс ҡыйынлыҡтар сығыу сәбәпле, төҙөлөш туҡтатылған. 2020 йылда йорттоң проекты үҙгәртелеп, эш яңынан башланған.

Йорт бер нисә этапта файҙаланыуға тапшырылған, 2021 йылда ике секция төҙөлөп бөтөлгән, ҡалған фатирҙар былтыр йыл аҙағында тапшырылған. Ошо йорттан 27 етем бала фатир асҡысы алыуға ирешкән. Йорт туйлаусылар араһында Ольга Боброва ла бар.

Балаға йәш тә 7 ай, беҙ бында 4 ай йәшәйбеҙ, фатир йылы. Аш бүлмәһе, лоджия ҙур, мин барыһынан да ҡәнәғәт, яңы йорттан фатир биреүҙәренә рәхмәтлемен.

Ольга Боброва

Йорт туйлаусыларҙың шатлығын Радий Хәбиров та уртаҡлашты. Республика башлығы фатир асҡыстары алған йәштәр менән аралашты. Ксения Алешкова тиҙҙән әсәй булырға әҙерләнә, уның ире әле махсус хәрби операция биләмәһендә. Сәй табыны артында хужабикә ире менән видеобәйләнешкә сыҡты.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр менән аралашты, уларҙың икеһе яраланғандан һуң әлеге мәлдә ялда. Республика башлығы уларҙың ғаиләләре менән ҡыҙыҡһынды, ярҙам кәрәккән осраҡта, мөрәжәғәт итеүҙәрен һораны. Тиҙҙән республикаға мобилизацияланыусы ир-егеттәр ике аҙнаға ялға ҡайта, уларҙы ҡаршылау өсөн республика башлығы махсус транспорт бүлергә ҡушты.

Благовещен районында тиҙҙән физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инә, төҙөлөш проекты 517 миллион һум. Объект 2025 йылда сафҡа инер тип көтөлә. Башҡортостан башлығы төҙөлөш барышы менән танышты. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шулай уҡ ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмә менән танышты, ауыл биләмәләре башлыҡтары семинарында ҡатнашты.

Лилиә Мәҡсүтова

Волна
Акции БСТ