Башҡортостанда төҙөкләндереү ҡаралған 77 мәктәптең 74-дә капиталь ремонт башланған

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙған. Республика башлығы белдереүенсә, быйыл капиталь ремонтҡа федераль бюджеттан 3,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда, 700 миллион һумға күберәк. Исемлеккә ингән мәғариф учреждениелары буйынса план-график төҙөлгән. Ремонт ваҡытында уҡыусылар башҡа белем усағына күсерелә.

Мөмкинлек булмаған осраҡта уҡытыу ҡулайлаштырылған биналарҙа алып барыласаҡ. Балаларҙың бер өлөшө дистанцион уҡыуға күсә. Быға бәйле Республика башлығы уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һораны. Уның ҡарауы, капиталь ремонттан һуң иҫкергән белем усаҡтары танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ