Был турала социаль селтәрҙәр аша республика төбәктәрендә йәшәүселәр хәбәр итә. Баҫыуҙарҙағы ҡар һыуҙары юл аша ағып, ауылдарҙы баҫҡан тәүге осраҡтар ҙа теркәлде. Күгәрсен районында Етеболаҡ йылғаһы ярҙарынан сығыу һөҙөмтәһендә бөгөн тиҫтәләп йортҡа һыу үтеп ингән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тауыҡ кисерлек кенә йылғаның йорттарға яҡынлашыуын урында йәшәүселәр быйыл көтмәгән дә тиерлек. Шулай ҙа оло һыу күтәрелеү менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡеүәтле техникалар ярҙамында йылға ярҙары нығытыла. Бының өсөн ҡайһы бер йорттарҙың баҡса кәртәләрен һүтергә лә тура килгән.
Төндө лә ауылда йәшәүселәр дежурҙа үткәрә. Баҡсылар урамындағылар оло һыу йорттарға яҡынлашҡас та мал-тыуарын сығарып, умарталарын хәүефһеҙерәк урынға күтәреп өлгөрә.
Етеболаҡ йылғаһының ярҙарынан сығыуына боҙ тығындары сәбәпсе булған. Әлеге ваҡытта урында ваҡытында күрелгән сараларға бәйле һыу ағымы көйләнгән. Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк ти, ауылдаштар. Баҫыу, урман-тау битләүҙәрендә ҡарҙар тулыһынса иремәгән әле.
Башҡортостан йылғаларынан бигерәк, баҫыуҙарҙан аҡҡан һыу хәүеф тыуҙыра. Хәйбулла районында мәҫәлән, машиналарға һыуҙы кәмәлә йырып сығырға тура килгән. Һөҙөмтәлә төбәктең ҡайһы бер юл участкаларын ябылған..
Социаль селтәрҙәрҙән күренеүенсә, республиканың күпселек райондарында боҙ ҡуҙғалды. Йылғаларҙың боҙҙан әрселеүен урында йәшәүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Шул иҫәптән, Белорет районы Инйәр буйында йәшәүселәр ҙә.
Инйәр йылғаһында боҙ китеүгә белореттар ҙа шаһит булды. Ғәбдөктәр Ырыҫҡол бөгөлөндә боҙ шартлатыу һөҙөмтәһендә тығындарһыҙ ҡуҙғалыуын билдәләй. Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк. Урындағы халыҡ йылғалар тынысланғансы тәүлек әйләнәһенә ҡарауылда ҡала.
Азат Ғәлиуллин






