Яҙғы ташҡынға әҙерлек сиктәрендә йылғаларҙа боҙ шартлатыла

Оло һыу эҙемтәләрен иҫкәртеү өсөн хәрби инженерҙар һәм ҡотҡарыусылар Эҫем һәм Ағиҙел йылғаларында эшләне. Ҡырмыҫҡалы районында алып барылған саралар бер нисә ауылдағы йорттарҙы ташҡындан һаҡлауға булышлыҡ итә. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Шартлауҙан йылға майҙаны ғына түгел, яр буйы ла тетрәй. Боҙ киҫәктәре тиҫтәләгән метр бейеклеккә атыла. Шартлауҙар хәрби маҡсатта түгел, хәүефһеҙлек өсөн генә ойошторола һәм был сара йөҙәрләгән кешенең йортон, мөлкәтен һаҡлауға булышлыҡ итә. Яҙғы ташҡын осоронда республикала йылғаларында махсус ҡаралған боҙ шартлатыу ойошторола.

Ҡырмыҫҡалы районында Ағиҙел һәм Эҫем йылғалары киҫелешендә хәрби инженерҙар 100 килограмм тротилды бер юлы шартлатып оло һыуға юл асты. Боҙ тығындарын кәметеү ташҡын эҙемтәләренән һаҡланыу өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам булып тора.

Төбәктә яҙғы ташҡынды граждандарға зыян килтермәйенсә үткәреү өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Йылғаларҙа боҙ шартлатыу, кәрәк саҡта кешеләрҙе эвакуациялау, транспорт, йәшәү, медицина пункттарын ойоштороу кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ