Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө юл ремонт- төҙөлөш идаралығы заводтары соҡорҙарҙы эҫе асфальт менән ямай башлаған. 2019 йылдан был эш юл инфраструктураһының автоматлаштырылған контроль системаһы һәм планлаштырыу буйынса башҡарыла. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Ҡырсынташ, ҡом, битум- асфальт ҡатнашмаһының рецебы. Стәрлетамаҡ юл ремонт- төҙөлөш идаралығы заводы сәғәтенә 35-40 тонна асфальт эшләп сығара. Ҡар иреү менән юлсылар соҡорҙарҙы ямай башлаған. Ҡайнар асфальт «Камаз» арбаһына 160-175 градус эҫелектә ҡойола. Соҡорҙарҙы эҫе ҡатнашма менән ямау сифатлыраҡ була, ти белгестәр.
Рецепт бер төрлө булһа ла ундағы ҡушылмалар составы даими тикшерелеп тора. Бының өсөн ойошма лабораторияһында заманса ҡорамалдар бар. Битум яндырылып, баҫым аҫтында тотолоп уға анализ яһала.
Ойошма әле Стәрлетамаҡ- Красноусол юлындағы соҡорҙарҙы ямай. Соҡор һанлаштырылып автоматлаштырылған контроль системаһы һәм планлаштырыу программаһына индерелә. Фезировкалана, махсус программа ярҙамында уның үлсәмдәре алына, артабан асфальт ҡатнашмаһы менән тигеҙләп ҡуйыла.
Соҡор ямау 10 майға тиклем дауам итә. Артабан юлдарҙы төҙөкләндереү башлана. Был маҡсатта яңы һәм ҡеүәтлерәк завод файҙаланыла.
Республикала төбәк һәм муниципаль ара юлдарҙа 6707 соҡор иҫәпләнгән, уларҙың әле яҡынса яртыһы ремонтланған.
Рәмилә Исмәғилева






