Роспотребнадзор идаралығы хәүефле инфекция йөрөтөүсе талпандарҙың әүҙемләшеү осоро яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә. Республикала йыл һайын эпидемилогик миҙгел ваҡытында бөжәктән тешләнеп медицина учреждениеларына 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә.
2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса талпан энцефалиты менән 28 зарарланыу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән 17 йәшкә тиклемге 7 бала ауырыған. Башҡортостан буйынса талпан энцефалиты менән сирләү күрһәткестәре Белорет, Ҡыйғы, Салауат һәм Дыуан райондарында юғары.






