«Йырлы йомғаҡ» тип аталған сараны «Артылыш» башҡорт йәштәре берлеге ойошторған. Уны уҙғарыуҙа Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы, Студенттарҙың яҡташтар союзы булышлыҡ иткән.
Илдең баш ҡалаһында эшләп килгән «Артылыш» ойошмаһы Башҡортостан йәштәрен бергә туплау, төрлө ижтимағи-мәҙәни саралар ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя. «Йырлы йомғаҡ» викторинаһы башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙға иғтибарҙы арттырыу, һаҡлау ниәтендә уҙғарыла. Уйында республиканың төрлө ҡала-райондары вәкилдәрен туплаған 9 команда ҡатнашты.
Викторина мауыҡтырғыс, әммә көсөргәнешле барҙы. Өс команда еңеүсе тип табылды. Улар Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге призы менән бүләкләнде. «Артылыш» башҡорт йәштәре берлеге музыкаль бәйгене миҙгел һайын ойошторорға ниәтләй, киләһе викторина йәйгә билдәләнгән.



