Республикала “Атайсал легендалары” конкурсы оҙайтылды

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, эштәр 2 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ярыш “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Атайсал” төркөмөндә уҙғарыла. “Ижади бәйгелә балалар ҙа, ололар ҙа ихлас ҡатнаша”, - ти проект кураторы Заһит Ғүмәров.

Республикала “Атайсал легендалары” конкурсы оҙайтылды

Конкурс эштәре башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Баһалама ағзалары “Иң яҡшы яҙма” һәм “Иң яҡшы видео”ны билдәләй. Һәр номинацияла еңеүсе һәм призерҙар асыҡлана. 2023 йыл республикала Атайсалға изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.

Фото №1 - Республикала “Атайсал легендалары” конкурсы оҙайтылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ