Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары заводтарында соҡорҙарҙы ямау өсөн ҡайнар асфальт етештерелә. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы заводы сәғәтенә 35-40 тонна асфальт эшләп сығара. Ҡар иреү менән соҡорҙарҙы ямай башланыҡ, ти юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Айнур Кашапов.
Соҡор ямау 10 майға тиклем дауам итә. Артабан юлдарҙы төҙөкләндереү башлана. Был маҡсатта яңы һәм ҡеүәтлерәк заводтар файҙаланыла.




