Бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында Радий Хәбиров Хөкүмәт отчетын тәҡдим итте

“2022 йылда беҙҙең илгә санкциялар индерелде. Беҙ был баҫымға бирешмәнек, яңы бәйләнештәр булдырҙыҡ. Махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация барышында беҙгә ҡуйылған мөһим мәсьәләләрҙе хәл иттек. Рәсәй составына ҡушылған яңы төбәктәргә терәк булдыҡ. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары булдырҙыҡ”, тине Башҡортостан Башлығы.

Бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында Радий Хәбиров Хөкүмәт отчетын тәҡдим итте

2022 йылда тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә ҙур иғтибар бирелде. Республика Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән бәйләнештәрҙе нығытты. Был дәүләттәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше артты.

Бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында Радий Хәбиров Хөкүмәт отчетын тәҡдим итте

Махсус хәрби операцияға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мөһим бурыс булып ҡала, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан өс ирекле батальон булдырҙы. Улар бөгөн алғы һыҙыҡта алыша. “Республика хөкүмәте ағзалары, хакимиәт башлыҡтары, депутаттарҙың эшен махсус хәрби операцияға бәйле проблемаларҙы хәл итеү һөҙөмтәһенә ҡарап баһалаясаҡмын”, - тине Башҡортостан Башлығы.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында Радий Хәбиров Хөкүмәт отчетын тәҡдим итте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ