Башҡортостан Башлығы Республика Хөкүмәтенең 2022 йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһаны

Төбәк етәксеһе иҡтисад, ауыл хужалығы, социаль өлкәләге күрһәткестәргә йомғаҡ яһап, яңы бурыс-маҡсаттар билдәләне. Сәнәғәт тармағындағы йыллыҡ индекс 102,7 процент тәшкил итә. Был бөтә ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән дә юғары.

Республика аграрийҙарына килгәндә, былтыр 5 млн тонна иген урып алып, ауыл хужалығы өлкәһендә рекорд күрһәткестәргә ирешелгән. Бынан тыш, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә лә быға тиклем булмаған һөҙөмтәләр теркәлгән - төбәктә 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек тә үҫеш юлында - Башҡортостан Белоруссия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығыта, уртаҡ проекттар булдырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ