Бөгөн Башҡортостанда Бөтә Рәсәй бушлай юрист ярҙамы алыу көнө билдәләнә

Акцияға юристар ассоциацияһы ағзалары, прокуратура вәкилдәре, Росреестр идаралығы, суд приставтары, адвокаттар ҡушылды. Белгестәргә бөтә хоҡуҡи һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итергә була.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Дәүләт думаһы депутаты, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина граждандарҙы ҡабул итте. Халыҡ күбеһенсә социаль йүнәлешле һорауҙар менән килә.

Ер участкалары, ғаиләлә килеп тыуған һорауҙарға бәйле мөрәжәғәттәр бар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына түләүҙәр буйынса һорауҙар айырыуса күп. Мобилизация темаһы ҡыҙыл линияла, тип әйтергә мөмкин. беҙ беҙ бөтә мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итергә тырышабыҙ.

Ирина Панькина, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе

Берәҙәк эт-бесәйҙәр темаһы борсой. Беҙ халыҡты йорт хайуандарына яуаплыраҡ ҡарарға саҡырабыҙ. Был тәңгәлдә мәсьәләне хәл итеү юлдарын тәҡдим итәбеҙ.

Эльза Зиннурова
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ