Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө уңайынан үткәрелгән экологик сарала республиканан 200-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Улар төрлө ҡалдыҡтарҙан уйынсыҡ, картиналар һәм башҡа әйберҙәр яһаған. Эштәрҙең иң яҡшылары Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә ойошторолған күргәҙмәлә урын алды.
Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы ойошторолған экологик акция сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре үтте. Белгестәр көнкүреш ҡалдыҡтарын икенсегә файҙаланыу, уларҙы эшкәртеү буйынса һөйләне. Сүп-сарҙан ғына ла бизнес яһау серҙәренә төшөндөрҙө. Сара һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.



