«Факел» инвалидтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы Рәсәй Президенты Грантына күләмле проект тормошҡа ашыра

«Инклюзив театр - яңы мөмкинлектәр». Тап ошо исем аҫтында «Факел» инвалидтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы Рәсәй Президенты Грантына күләмле проект тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә «Статус» художество театры артистары республика райондары буйлап гастролгә сығып, урындағы халыҡты инклюзив театр сәнғәте мөмкинлектәре менән таныштыра.

Кушнаренко ауылында йәшәүселәр тәүгеләрҙән булып «Бәхетле билмән» спектакленә шаһит булды. Сәхнәләштереүҙә сәләмәт һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән актерҙар бергә сығыш яһай. Сара аҙағында ойоштороусылар «Уңайлы мөхит булдырыу ысулдары» тураһында лекция уҙғарҙы.

«Статус» инклюзив халыҡ художество театры 2016 йылдың 27 мартында ойошторолғайны. Сәхнә оҫталығын һынап ҡарарға теләүселәр күп булды, хатта, кастинг уҙғарырға тура килде. Коллективта бөгөн тиҫтәнән ашыу кеше, барыбыҙ ҙа берҙәм. Иң мөһиме театр сәнғәте менән ҡайнап йәшәйбеҙ

Гүзәл Дәүләтова, «Статус» инклюзив халыҡ художество театры режиссеры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ