Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһе үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө, Благовар, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Мишкә райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһе үткәрҙе.

Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Осрашыуҙа биләмәләрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында өҫтөнлөклө бурыстарҙы хәл итеү өсөн урындағы үҙидара һәм республика власы органдары эшен көйләү өсөн халыҡ менән диалогтың мөһимлеген билдәләне.

Төп бурыстарҙың береһе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Семинарҙа ҡатнашыусылар тематик эш төркөмдәре форматында тармаҡтар сиктәрендә ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Транспорт һәм юл хужалығы, экология, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, урындағы үҙидара эше һәм башҡалар шулар иҫәбендә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ