Бөгөн «Ираэро» авиакомпанияһы Өфө-Баҡы маршруты буйынса тура осоштар яһай башлай

Рейстар аҙнаның һәр шаршамбыһы Sukhoi Superjet 100 самолетында планлаштырыла. Был Өфөнән Әзербайжандың баш ҡалаһына осоштар программаһын асыусы өсөнсө ташыусы. Рейстарҙы шулай уҡ шишәмбе Utair, кесаҙна һәм йәкшәмбе Azerbaijan Airlines авиакомпанияһы башҡара. Башҡортостандың һауа ҡапҡаһынан Гейдар Алиев исемендәге аэропортҡа барып етеү өсөн өс сәғәт талап ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ