Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары Ифтар мәжлесе ойоштороп, «Әс-Сәләм» дин-мәғрифәт гәзите мөхәррире, шағирә Зөлфиә Ханнанова, философия фәндәре докторы Гүзәл Вилданова менән осрашты. Дини баҫма авторҙары был проект республиканың төрлө райондарында буласаҡ.
Сарала районда «Әс-сәләм» гәзитен таратыуға, халыҡ араһында матбуғатҡа яҙылыуға тос өлөш индергән ҡатын- ҡыҙҙар бүләкләнде.Шулай уҡ дин, тәүфиҡ, ҡатын-ҡыҙ әхлағы темаларына әңгәмә ҡоролдо. Шулай уҡ мосолман донъяһында киң билдәле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан шәхестең тормош юлы, хеҙмәте тураһында сығыштар ҙа яңғыраны.



