Иглин районында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтте

Фиҙаҡәрлек һәм һөнәри оҫталыҡ күрһәтеүселәргә Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм урындағы хакимиәттең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Билдәле булыуынса, районда 75 мәҙәниәт учреждениеһы иҫәпләнә, уларҙың эшен ике йөҙгә яҡын кеше тәьмин итә. Сара республиканың билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашлығында концерт менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ