Мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар отпускынан һуң Башҡортостандың саҡырыу пунктынан йәнә хеҙмәткә юлланды. Ысын ир-егеттәр бурысын үтәүселәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә оҙатты.
Ун көнгә ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе яҡындары оҙата. Отпускыла булып йәнә яу яланына юлланыусы был бишенсе төркөм. Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ялға ҡайтарыуҙы ойоштороуҙы тейешле кимәлдә ойошторорға ҡушты. Ошо маҡсатта махсус транспорт бүленә.
Хәрбиҙәр араһында урта йәштәрҙәгеләр ҙә, өлкәнерәк һәм йәшерәктәр ҙә бар. Уларҙың бөтәһен дә патриотлыҡ тойғоһо берләштерә.
Военкомат майҙаны яу яланына юлланыусылар һәм уларҙы оҙатыусылар менән шығырым тулды. Алыҫ ергә улар үҙҙәренән дә ҙурыраҡ рюкзактар күтәреп китә. Иң ҙур таяныстары түҙем генә тыуған йорттарында көткән ата-әсәләр, тормош иптәштәре һәм балалары.
Илау-һыҡтау юҡ, юлланыусылар ҙа, уларҙы көтөп ҡалыусылар ҙа илгә килгән хәлде аңлап ҡабул итә.
Апрель башында алтынсы төркөм хәрбиҙәрҙең ҡайтыуы көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева






