Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ултырышында сығыш яһаны. “Махсус хәрби операцияға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – төп бурыстар булып ҡала”, - тине Республика Башлығы.
Радий Хәбиров депутаттарға рәхмәт белдерҙе. “Ватаныбыҙ – берәү. Уны бергәләп һаҡлайыҡ,” – тине республика етәксеһе.
Парламентта Башҡортостан Хөкүмәте йылға йомғаҡ яһаны. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә.







